Эстәлеккә күсергә

Мархасин Илья Львович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мархасин Илья Львович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 27 апрель 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 21 апрель 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө физик
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Баҡы дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Мархасин Илья Львович (27 апрель 1919 йыл21 апрель 1988 йыл) — физик. Техник фәндәр докторы (1966), профессор (1968). БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1979), нефть сәнәғәте (1980) отличнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].

Илья Львович Мархасин 1919 йылдың 27 апрелендә Киевта тыуа. 1943 йылда Баҡыла Әзербайжан университетын тамамлай. 1949 йылдан алып ул ғилми-тикшеренеү институтында эшләй башлай, ҡатлам шыйыҡлыҡтарын фильтрлау процестарын һәм уларҙың нефть биреүсәнлегенә йоғонтоһон тикшерә.[2]. 1952 йылдан алып Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 1968 йылда Өфө нефть институтының кафедраһы мөдире вазифаһына техник фәндәр докторы, профессор Илья Львович Мархасин саҡырыла. Ул килгәс, физика кафедраһы институттың төп кафедралары менән бер рәткә әйләнә[3]. Кафедра илдең алдынғы ғалимдары йыйылған Бөтә Союз семинарҙары һәм конференцияларын үткәреү инициаторы булып сығыш яһай[2].

Мархасин И.Л. 1988 йылдың 21 апрелендә Өфөлә вафат була

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге нефть ҡатламы физикаһына арналған. Мархасин тарафынан нефть һәм нефть продукттарының физик‑химик механикаһы, нефть ҡатламдарына һыу ебәргәндә ҡулланылған химик реагенттарҙы фильтрлау ваҡытындағы процестар тикшерелгән, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу, сәнәғәттәге ағынты һыуҙы таҙартыу ысулдары эшләнгән. Мархасин етәкселегендә ҡаты йөҙ өҫтөндәге нефттең сик ҡатламын өйрәнеү аппараттары, нефтле ағынты һыуҙы, сәнәғәттәге ағынты һыуҙы электр‑флотация юлы менән таҙартыу ҡоролмалары төҙөлгән. 250‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1967)
  • СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1979)
  • И.М.Губкин исемендәге премия лауреаты (1971).
  • СССР-ҙың сәнәғәт отличнигы (1980)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы (1946).
  • Физико-химическая механика нефтяного пласта. М., 1977.