Эстәлеккә күсергә

Гана

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гана Республикаһы
ингл. Republic of Ghana
Гана гербы
Флаг
Девиз: «Freedom and Justice (ингл. азатлыҡ һәм Ғәҙеллек
Гимн: «God Bless Our Homeland Ghana»
Үҙаллылыҡ датаһы 6 март 1957Бөйөк Британиянан)
Рәсми телдәр инглизсә
Баш ҡала Аккра
Эре ҡалалар Аккра, Тамале, Кумаси, Болгатанга.
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
77
238 540 км²
3,5
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

24 233 431 чел. (48 ehsy)
88 чел./км²
КПҮИ  Ҡалып:▲ 0.541 (135 урын)
Валюта Седи (GHC, код 288)
Интернет-домен .gh
Код ISO GH
МОК коды GHA
Телефон коды +233
Сәғәт бүлкәте UTC+0

Гана (ингл. Ghana) йәки Гана Республикаһы (ингл. Republic of Ghana) — көнбайыш Африкалағы дәүләт. Милләтәрҙең дуҫлыҡ берләшмәһенә керә.

Көнбайыштан Кот-д’Ивуар, төньяҡтан Буркина-Фасо, көнсығыштан — Того менән сиктәш. Көньяҡтан Гвинея ҡултығы менән йыуыла.

Ил территорияһы — тигеҙлек, урыны менән ҡалҡыулыҡтар. Тигеҙлектең төньяғында урманлы плато урынлашҡан. Илдең көнсығышында Того таулығының илдә иң бейек түбәһе Афаджото (885 м) урынлашҡан. Төньяҡтараҡ, Нампонг һикәлтәһенән өҫтәрәк, урман һирәгәйә һәм ҡыуаҡлы әрәмәлек менән алышына. Артабан төньяҡҡараҡ, Гамбага һикәлтәһе буйлап туҡлыҡлы тупраҡлы асыҡ саванналар башлана.

Кумаси ҡалаһы климатограммаһы

Гана ямғырлы һәм ҡоро миҙгелдәр алышынып торған тропик бүлкәттә урынлашҡан. Йылдың ҙур өлөшөндә һауа торошо ҡоро тора. Климат экваториаль-муссон көньяҡ-көнбайышында экваториалгә күсеүсән. Тәбиғи күҙлектән баһалағанда, Гана көньяҡ һәм төньяҡҡа бүленә. Көньяғында климат дымлы, йырып үткеһеҙ мәңге йәшел тропик урманлы. Төньяғы саванна һәм ҡыуаҡлыҡлы ҡоро район.

Ноябрь-февраль айҙарында төньяҡтан ҡоро, туҙанлы «харматтан» еле иҫә, әммә диңгеҙ буйында ул һиҙелмәй. Ямғырҙар осоронда көньяҡ-көнбайыш өлөшө иң яуым-төшөмлө өлкә булып тора (йыллыҡ яуым-төшөм 2000 мм). Температура йыл әйләнәһенә юғары. Тик төньяғында ғына төндә түбәнәйә. Айлыҡ уртаса температура 28°С — 30°С тирәһе. Төньяҡта диңгеҙ буйы һәм урманлы райондарҙа 16°С-ҡа тиклем төшөүе мөмкин.

Илдә үҫемлектәрҙең күпселеге юҡҡа сыҡҡан, тик көньяғында ғына, мамыҡ ағасы, ҡыҙыл ағас, цедрела үҫкән урмандар һаҡланып ҡалған. Илдең өстән ике өлөшөн тулыһынса үлән һәм һирәк осрай торған ағастар ҡаплаған саванна алып тора. Ерҙәрҙе үҙләштергәндә фауна ла зыян күргән, тик леопард, гиена, лемур, буйвол, фил, антилопа, маймыл кеүек һөтимәрҙәр һаҡланып ҡалған. Илдә һөйрәлеүселәр күп: күҙлекле йылан, питон, мөгөҙлө ҡара йылан һ.б.

Алтын яр күрһәтелгән 1729 йылғы карта

Европалылар килгәнсе хәҙерге Гана биләмәһендә XV быуат ҡәбиләләр берләшмәһе һәм урындағы дәүләт ойошмалары булған, шуларҙың иң ҙуры Ашанти федерацияһы.

1482 йылда яр буйына портулалдар килеп төшә. Улар Эльмин ҡәлғәһен, һуңынан Аксим, Шама һәм башҡа ҡәлғәләр төҙөй. Португалдар илдән алтын һәм ҡолдар сығаралар (ул ваҡытта ил Алтын Яр тип атала).

Алтын Яр байлығы башҡа Европа дәүләтәрен йәлеп итә — Нидерланд, Швеция, Дания, Пруссия, Британияны. XVI быуатта сығарылған алтын донъяла табылған алтындың 10 % тәшкил итә.

XIX быуат урталарына Бөйөк Британия Алтын ярҙан башҡа конкуренттарҙы ҡыуып сығара, 1844 йылда инглиз губернаторы фанти халҡының яр буйындағы хакимдәре менән, уларҙы британ протекторатына алыуы тураһында килешеү төҙөй.

Ашанти дәүләте британдарҙы материк эсенә үткәрмәү өсөн ҡаршылыҡ күрһәтә. 1896 йылда Ашати британ протектораты тип иғлан ителә, 1901 йылда Алтын Ярға ҡушыла.

1940-сы йылдарҙа Алтын Яр халҡының азатлыҡ өсөн көрәше көсәйә. Кваме Нкрума етәкселегендәге көрәш бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү менән тамамлана. 1957 йылдың 6 мартынан ил Гана тип атала.

Кваме Нкрума сәйәсәте социалистик илдәргә, беренсе сиратта СССР һәм Ҡытайға йүнәлтелгән була.

1966 йылда Нкруманы офицерҙар төркөмө властан төшөрә. Бынан һуң илдә бер-береһен алыштырған хунта һәм граждандар хөкүмәте алыштыра.

Рәсәй (СССР) менән дипломатик мөнәсәбәттәр 1958 йылдың 14 ғинуарында урынлаштырыла.

Ҡалып:Страна в темах

Ҡалып:Африка союзы Ҡалып:Халыҡтар дуҫлығы берләшмәһе

  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2020f/africa