6 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
6 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
6 октябрь Викимилектә |
6 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 279-сы көнө (кәбисә йылында 280-се). Йыл аҙағына тиклем 86 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Бөйөк Британия: Шиғриәт көнө.
- Төркмәнстан: Хәтер көнө.
- АҠШ: Тренерҙар көнө.
- Беларусь: Архивсы көнө.
- Иран: Ветеринарҙар көнө.
- Ҡаҙағстан: Оборона сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Бухгалтер һәм аудитор көнө.
- Мысыр: Ҡораллы көстәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Страховкалаусы көнө.
- Шри-Ланка: Уҡытыусылар көнө.
- 1769: Джеймс Кук Яңы Зеландияны аса.
- 1889: Томас Эдисон беренсе фильмын күрһәтә.
тулы исемлек
- 1908: Крит бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
- 1927: Нью-Йоркта беренсе тауышлы фильм премьераһы була.
- 1979: «Миг-29» беренсе осошон яһай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михайлов Александр Викторович (1970), спортсы. 1997—2002 йылдарҙа Өфөләге Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһаусы. 1992—2002 йылдарҙа фристайл буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, 1998 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999). Донъя (1998) һәм Европа (2001) кубогы этаптары еңеүсеһе, Рәсәй чемпионы (1997—1999), Рәсәй кубогын яулаусы (2000), Рәсәй чемпионатының көмөш һәм Европа кубогының бронза призёры (икеһе лә — 2001). Көньяҡ Кореяла халыҡ ара ярыштар еңеүсеһе (1997). Сығышы менән Волгоград ҡалаһынан.
- Шульман Филипп Евгеньевич (1980), спортсы. 2002—2008 йылдарҙа биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (2001). Спринтта Бөтә донъя универсиадаһының көмөш призёры (2003), Рәсәй чемпионаттарының бронза призёры (2001—2002); эстафетала Бөтә донъя универсиадаһы (2003) һәм Рәсәй (2007) чемпионы. Европа чемпионатының (2003) һәм Бөтә донъя универсиадаһының (2001) көмөш призёры, Донъя кубогы этабының (2004) һәм Рәсәй чемпионатының (2002) бронза призёры. Үҫмер спортсылар араһында донъя (2002) һәм Европа (2000) беренселектәренең көмөш призёры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тюгаев Прокофий Фёдорович (1931—2.03.2011), инженер-технолог, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1977—1994 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының XI һәм XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1991), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1985), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1988). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2010).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ноғоманов Дәйләғи Сирай улы (1922—12.10.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Танкист, взвод командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Әрмет ауылынан.
- Метельский Леонид Васильевич (1927—?), энергетик. 1962—1987 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһенең баш энергетигы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Фәттәхетдинов Спартак Ғабдрахман улы (1932—13.12.1994), ғалим-геолог. 1954 йылдан (өҙөклөктәр менән) СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1961 йылда һәм 1969 йылдан — ғилми секретарь, 1966—1968 йылдарҙа директор вазифаһын башҡарыусы, 1991 йылдан палеовулканология һәм металлогения лабораторияһының төп ғилми хеҙмәткәре; 1971 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Президиумының ғилми секретары, 1989 йылдан — баш ғилми секретарь. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1973). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһынан.
- Рәхимов Рөстәм Хәлим улы (1937), инженер-химик, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Стәрлетамаҡ «Каучук» заводының директоры, 1992 йылдан — генераль директоры (1992). Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1999—2003). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2016). Сығышы менән Ауырғазы районы Иҫке Әпсәләм ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нефёдов Филипп Диомидович (1838—12.03.1902), Рәсәй империяһы археологы, этнограф, журналист һәм яҙыусы. Башҡортостан тарихыын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүсе.
- Уйылданова Мәҙинә Шәрип ҡыҙы (1938), педагог. 1960—1993 йылдарҙа Әбйәлил районы Хәлил урта мәктәбе китапханасыһы һәм уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Сазонова (Иванова) Светлана Романовна (1943), химик-ғалим. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1992), профессор (1994). СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника буйынса премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл ҡалаһынан.
- Баһауетдинов Альберт Нуриман улы (1953), инженер-нефтсе, иҡтисадсы-ғалим. «СНЭМА-СЕРВИС» йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәйҙең Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Баулы районы Дымтамаҡ ауылынан.
- Рәхимов Марат Наурыз улы (1958), химик‑технолог-ғалим. 1985—2001 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылынан.
- Загороднев Юрий Александрович (1963), юл һалыусы. Күгәрсен юл төҙәтеү-юл һалыу идаралығының бульдозер машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән ошо райондан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанов Юнир Йонос улы (1954), дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1984—2005 йылдарҙа Мәсетле районындағы «Ҡарағай» шифаханаһының баш табибы һәм директоры, 2005—2011 йылдарҙа Мәсетле район хакимиәте башлығы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан.
- Сафин Венер Рәсих улы (1964), хоккейсы, тренер. Спорт мастеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры. «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1553: Шаһзада Мостафа, атаһы Сөләймән солтан әмере буйынса үлем яҙаһына тарттырыла.
- 1951: Отто Мейергоф, Германия биохимигы, Нобель премияһы лауреаты (1922).
тулы исемлек