Шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы
Спортивные награды | ||
---|---|---|
Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаттары | ||
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1954) | Швеция 1954 |
Көмөш | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1955) | ФРГ 1955]] |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1956) | Италия 1956 |
Көмөш | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионатый (1957) | СССР 1957 |
Көмөш | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1958) | Норвегия 1958 |
Көмөш | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1959) | Чехословакия 1959 |
Бронза | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1960)) | АҠШ 1960 |
Бронза | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1961) | Швейцария 1961 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1963) | Швеция 1963 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1964) | Австрия 1964 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1965) | Финляндия 1965 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1966) | Югославия 1966 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1967) | Австрия 1967 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1968) | Франция 1968 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1969) | Швеция 1969 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1970) | Швеция 1970 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1971) | Швейцария 1971 |
Көмөш | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1972) | Чехословакия 1972 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1973) | СССР 1973 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1974) | Финляндия 1974 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1975) | ФРГ 1975 |
Көмөш | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1976) | Польша 1976 |
Бронза | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1977) | Австрия 1977 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1978) | Чехословакия 1978 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1979) | СССР 1979 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1981) | Швеция 1981 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1982) | Финляндия 1982 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1983) | ФРГ 1983 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1985) | Чехословакия 1985 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1986) | СССР 1986 |
Көмөш | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1987) | Австрия 1987 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1989) | Швеция 1989 |
Алтын | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1990) | Швейцария 1990 |
Бронза | Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1991) | Финляндия 1991 |
Шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы — халыҡ-ара хоккей ярыштарында СССР исеменән сығыш яһаған милли хоккей йыйылма командаһы. Йыйылма команданың идара итеүсе ойошмаһы — СССР-ҙың Хоккей федерацияһы. Рәсми рәүештә Халыҡ-ара хоккей федерацияһы составында 1952 йылдан 1991 йылға тиклем була һәм 39 йыл буйына донъяла иң көслөһө булып иҫәпләнә. Йыйылма команда активында ҡышҡы Олимпия уйындарының 9 хоккей турнирында 7 тапҡыр еңә һәм 34 донъя чемпионатында ҡатнашҡан ваҡытта 22 донъя чемпионы титулын яулай[1]. СССР йыйылма командаһы — донъяла бер тапҡыр ҙа донъя чемпионатынан һәм Олимпия уйындарынан наградаларһыҙ әйләнеп ҡайтмаған берҙән-бер йыйылма команда.
Ошо ваҡыт эсендә хоккей буйынса СССР йыйылмаһы 130 награда яулай.
2008 йылда үҙенең йөҙ йыллыҡ юбилейы уңайынан халыҡ ара шайбалы хоккей федерацияһы һуңғы 100 йылда хоккей буйынса донъяның символик йыйылма командаһын билдәләү маҡсатында донъяның 16 иленән 56 белгес араһында һорау алыу үткәрә. Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса донъя йыйылмаһында алты урындың дүртәүһе СССР хоккейсыларына — ҡапҡасы Владислав Третьякка, һаҡсы Вячеслав Фетисовҡа һәм һөжүмсе Валерий Харламовҡа һәм Сергей Макаровҡа эләгә[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1946 йылда Бөтә Союз физик культура һәм спорт комитеты шайбалы хоккей буйынса беренсе СССР чемпионатын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм был ҡарар бөтә ил буйлап хоккей үҫешенә этәргес бирә. Мәскәү йыйылма командаһы флагы аҫтында сығыш яһаған совет хоккейсылары тәүге халыҡ-ара матчтарын 1948 йылда Чехословакияның Лтц (Прага) командаһы менән үткәрә. Башта йыйылма команданың икенсе составы 7:11, 1: 10 иҫәбе менән отола, ә һуңынан төп состав өс уйын үткәрә, уйындар 6:3, 3:5, 2:2 иҫәбе менән тамамлана[3]. 1952 йылда илдең юғары спорт етәкселеге Бөтә Союз хоккей секцияһын Халыҡ-ара боҙҙа хоккей лигаһына индереү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был аҙым совет спортсыларына донъя чемпионаттарында сығыш яһау хоҡуғы бирә. Ә быға тиклем 1951 йылда СССР Олимпия комитетының Халыҡ-ара олимпия комитетына инеүе тураһындағы ҡарары нигеҙендә Олимпия хоккей турнирҙарында ҡатнаша ала[4].
1954 йылда СССР йыйылмаһы донъя чемпионаттарында тәүге тапҡыр сығыш яһай һәм фаворит булған Канаданы еңеп, донъя чемпионы титулын яулай[5]. 1950-се йылдар дауамында СССР һәм Канада араһында үҙенсәлекле хоккей үҙ-ара уҙышы (дерби) барлыҡҡа килә. 1962 йылда СССР донъя чемпионатында сәйәси сәбәптәр буйынса ҡатнашмай: Германия Демократик Республикаһы йыйылмаһы донъя чемпионатына индерелмәй, сөнки Америка Ҡушма Штаттарының Дәүләт департаменты уйынсыларға Берлин стенаһы төҙөлөү сәбәпле виза биреүҙән баш тарта, һәм СССР, Чехословакия һәм Румыния командалары ла протестҡа ҡушыла[6]. 1963 йылда Советтар Союзы йыйылмаһы донъя чемпионатында алтын миҙал яулағас, тарих үҙгәрә.
1963 йылдан 1971 йылға тиклем СССР йыйылма командаһы 9 тапҡыр рәттән донъя чемпионатында еңеү яулай, был абсолют рекорд булып тора[7].
1972 йылда Канада йыйылма командаһы менән Суперсерия уҙғарыла. Канада командаһы НХЛ уйынсыларынан тора. 8 уйын үтә, шуларҙың 4-һендә Канада йыйылма командаһы еңә (һуңғы матчта канадалылар 34 секунд ҡалғас еңеүҙе тартып ала), 3 уйында СССР йыйылма командаһы еңеү яулай һәм тағы бер уйын тигеҙ иҫәп менән тамамлана[8].
Ике йылдан һуң осрашыу ҡабатлана. Канада йыйылма командаһы Бөтә донъя хоккей ассоциацияһы уйынсыларынан тора. Унда төп «йондоҙҙар» булып Бобби Халл һәм ҡартаймаҫ Горди Хоу[9] тора. Алдағы ике йыл һымаҡ, Канадала һәм Мәскәүҙә 4-шәр матч үтә. СССР йыйылма командаһы 4 матчта еңеү яулай, 3 матч тигеҙ иҫәп менән тамамлана, канадалылар бер еңеү яулай.
1980 йылда Американың Лейк-Плэсид ҡалаһындағы Олимпия уйындарында СССР йыйылмаһы Америка йыйылмаһынан сенсацион еңелә. Бынан һуң Америка командаһын «Боҙҙағы мөғжизә» тип атайҙар[10].
Бер йылдан һуң совет йыйылма командаһы Канада Кубогында еңеү яулай, финалда НХЛ-дың иң яҡшы хоккейсыларынан торған хужалар командаһын (8-1) тар-мар итә[11].
1976—1977 йылдарҙағы донъя чемпионаттарындағы уңышһыҙлыҡтан һуң йыйылма команда менән Виктор Тихонов етәкселек итә. 1978—1991 йылдарҙа ул баш тренер сифатында ике тапҡыр СССР йыйылмаһын олимпия чемпионы (1984, 1988), һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы титулына, шулай уҡ Саҡырыу кубогында (1979) һәм Канада кубогында (1981) еңеүгә алып килә.
1991 йылдың майында Советтар Союзы йыйылма командаһы шайбалы хоккей буйынса Европаның һуңғы чемпионы була. 1991 йылдан һуң Европа чемпионаты үткәрелмәй.
СССР йыйылма командаһы өсөн һуңғы турнир 1991 йылдың ноябрендә үткәрелгән Германия Кубогы була. Был турнирҙа Советтар Союзы йыйылма командаһы еңеү яулай.
СССР йыйылма командаһының хоҡуҡи вариҫы булып Рәсәй йыйылма командаһы тора, ул 1992 йылда донъя хоккейының юғары дивизионында Советтар Союзы йыйылма командаһы урынын ала[12].
Матчтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1953—1955
- 1956—1959
- 1960—1964
- 1965—1969
- 1970—1974
- 1975—1979
- 1980—1984
- 1985—1989
- 1990—1991
Йыйылма команда капитандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Турнир | Капитан | Номер |
---|---|---|---|
1954 | Донъя чемпионаты | Всеволод Бобров | 9 |
1955 | Донъя чемпионаты | Всеволод Бобров | 9 |
1956 | Олимпия уйындары | Всеволод Бобров | 9 |
1957 | Донъя чемпионаты | Всеволод Бобров/ Николай Сологубов | 9/2 |
1958 | Донъя чемпионаты | Николай Сологубов | 2 |
1959 | Донъя чемпионаты | Николай Сологубов | 2 |
1960 | Олимпия уйындары | Николай Сологубов | 2 |
1961 | Донъя чемпионаты | Николай Сологубов | 2 |
1962 | Донъя чемпионаты | СССР командаһы ҡатнашмай | - |
1963 | Донъя чемпионаты | Борис Майоров | 9 |
1964 | Олимпия уйындары | Борис Майоров | 12 |
1965 | Донъя чемпионаты | Борис Майоров | 10 |
1966 | Донъя чемпионаты | Виктор Кузькин | 4 |
1967 | Донъя чемпионаты | Борис Майоров | 10 |
1968 | Олимпия уйындары | Борис Майоров | 9 |
1969 | Донъя чемпионаты | Вячеслав Старшинов | 8 |
1970 | Донъя чемпионаты | Вячеслав Старшинов | 8 |
1971 | Донъя чемпионаты | Вячеслав Старшинов | 8 |
1972 | Олимпия уйындары | Виктор Кузькин | 4 |
1972 | Донъя чемпионаты | Виктор Кузькин | 4 |
1973 | Донъя чемпионаты | Борис Михайлов | 13 |
1974 | Донъя чемпионаты | Борис Михайлов | 13 |
1975 | Донъя чемпионаты | Борис Михайлов | 13 |
1976 | Олимпия уйындары | Борис Михайлов | 13 |
1976 | Донъя чемпионаты | Борис Михайлов | 13 |
1976 | Канады Кубогы | Александр Мальцев | 10 |
1977 | Донъя чемпионаты | Борис Михайлов | 13 |
1978 | Донъя чемпионаты | Борис Михайлов | 13 |
1979 | Донъя чемпионаты | Борис Михайлов | 13 |
1980 | Олимпия уйындары | Борис Михайлов | 13 |
1981 | Донъя чемпионаты | Валерий Васильев | 6 |
1981 | Канады Кубогы | Валерий Васильев | 6 |
1982 | Донъя чемпионаты | Валерий Васильев | 6 |
1983 | Донъя чемпионаты | Вячеслав Фетисов | 2 |
1984 | Олимпия уйындары | Вячеслав Фетисов | 2 |
1984 | Канады Кубогы | Алексей Касатонов | 7 |
1984 | Донъя чемпионаты | Вячеслав Фетисов | 2 |
1985 | Донъя чемпионаты | Вячеслав Фетисов | 2 |
1986 | Донъя чемпионаты | Вячеслав Фетисов | 2 |
1987 | Донъя чемпионаты | Вячеслав Фетисов | 2 |
1987 | Канады Кубогы | Вячеслав Фетисов | 2 |
1988 | Олимпия уйындары | Вячеслав Фетисов | 2 |
1988 | Донъя чемпионаты | Вячеслав Фетисов | 2 |
1989 | Донъя чемпионаты | Вячеслав Фетисов | 2 |
1990 | Донъя чемпионаты | Вячеслав Быков | 27 |
1991 | Донъя чемпионаты | Владимир Константинов | 16 |
1991 | Канады Кубогы | Игорь Кравчук | 3 |
Йыйылма команданың рекорд ҡуйыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыйылма команда өсөн матчтар һаны буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы | Матчтар иҫәбе |
---|---|
Ҡапҡасылар | |
Владислав Третьяк | 289 |
Виктор Коноваленко | 117 |
Николай Пучков | 89 |
Һаҡсылар | |
Вячеслав Фетисов | 309 |
Алексей Касатонов | 299 |
Валерий Васильев | 283 |
Василий Первухин | 281 |
Владимир Лутченко | 278 |
Зинэтула Билялетдинов | 244 |
Һөжүм итеүселәр | |
Александр Мальцев | 319 |
Сергей Макаров | 315 |
Валерий Харламов | 290 |
Борис Михайлов | 286 |
Владимир Петров | 279 |
Владимир Крутов | 254 |
Андрей Хомутов | 226 |
Александр Якушев | 221 |
Сергей Капустин | 208 |
Игорь Ларионов | 200 |
Вячеслав Быков | 198 |
Виктор Жлуктов | 196 |
Йыйылма команда өсөн голдар һаны буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы | Голдар иҫәбе |
---|---|
Һаҡсылар | |
Вячеслав Фетисов | 96 |
Алексей Касатонов | 57 |
Валерий Васильев | 44 |
Владимир Лутченко | 33 |
Иван Трегубов | 30 |
Александр Рагулин | 29 |
Александр Гусев | 29 |
Һөжүм итеүмеләр | |
Александр Мальцев | 212 |
Борис Михайлов | 204 |
Сергей Макаров | 190 |
Валерий Харламов | 189 |
Владимир Петров | 185 |
Владимир Крутов | 149 |
Вячеслав Старшинов | 147 |
Александр Якушев | 145 |
Анатолий Фирсов | 134 |
Сергей Капустин | 118 |
Вениамин Александров | 113 |
Владимир Викулов | 104 |
Йыйылма команда өсөн матчтар иҫәбе буйынса (Донъя чемпионаттары һәм Олимпия уйындары)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы | Матчтар иҫәбе |
---|---|
Ҡапҡасылар | |
Владислав Третьяк | 117 |
Виктор Коноваленко | 54 |
Николай Пучков | 38 |
Һаҡсылар | |
Вячеслав Фетисов | 123 |
Валерий Васильев | 116 |
Владимир Лутченко | 114 |
Александр Рагулин | 102 |
Алексей Касатонов | 97 |
Василий Первухин | 92 |
Һөжүм итеүселәр | |
Александр Мальцев | 126 |
Валерий Харламов | 123 |
Сергей Макаров | 123 |
Борис Михайлов | 120 |
Владимир Петров | 118 |
Александр Якушев | 90 |
Владимир Крутов | 90 |
Сергей Капустин | 87 |
Андрей Хомутов | 85 |
Вячеслав Старшинов | 78 |
Виктор Жлуктов | 77 |
Вячеслав Быков | 77 |
Йыйылма команда өсөн голдар иҫәбе буйынса (Донъя чемпионаттары һәм Олимпия уйындары)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы | Гол иҫәбе |
---|---|
Һаҡсылар | |
Вячеслав Фетисов | 48 |
Алексей Касатонов | 25 |
Валерий Васильев | 18 |
Николай Сологубов | 15 |
Иван Трегубов | 14 |
Александр Рагулин | 14 |
Һөжүм итеүселәр | |
Борис Михайлов | 109 |
Александр Мальцев | 94 |
Валерий Харламов | 89 |
Владимир Петров | 84 |
Вениамин Александров | 68 |
Сергей Макаров | 67 |
Анатолий Фирсов | 66 |
Вячеслав Старшинов | 64 |
Александр Якушев | 64 |
Сергей Капустин | 60 |
Крутов Владимир Евгеньевич | 59 |
Владимир Викулов | 52 |
Йыйылма команданы комплектлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәр миҙгелдә йыйылма команданың нигеҙендә ЦСКА клубы тора. Донъя чемпионаттарында һәм олимпиадаларҙа, 39 турнирҙың 28-ендә ЦСКА уйынсылары составтың 50 һәм унан да күберәк процентын тәшкил итә. 1960 йылғы Олимпия уйындары һәм 1974 йылғы донъя чкмпионатында СССР йыйылмаһы «Крылья Советов» уйынсыларынан тора. Бынан тыш, 1962 йылғы донъя чемпионатына ойошторолған йыйылма командала иң күп уйынсылар Мәскәүҙең Динамо командаһында була. Ҡалған турнирҙарҙа ЦСКА вәкиллеге иң ҙур була.
Клуб | Донъя чемпионаты 54 | Донъя чемпионаты 55 | ОУ 56 | ДЧ 57 | ДЧ 58 | ДЧ 59 | ОУ 60 | ДЧ 61 | ДЧ 62 | ДЧ 63 | ОУ 64 | ДЧ 65 | ДЧ 66 | ДЧ 67 | ОУ 68 | ДЧ 69 | ДЧ 70 | ДЧ 71 | ОУ 72 | ДЧ 72 | ДЧ 73 | ДЧ 74 | ДЧ 75 | ОУ 76 | ДЧ 76 | ДЧ 77 | ДЧ 78 | ДЧ 79 | ОУ 80 | ДЧ 81 | ДЧ 82 | ДЧ 83 | ОУ 84 | ДЧ 85 | ДЧ 86 | ДЧ 87 | ОУ 88 | ДЧ 89 | ДЧ 90 | ДЧ 91 | Всего | % |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
ЦСКА | 10 | 10 | 10 | 10 | 11 | 10 | 7 | 7 | 4 | 6 | 9 | 10 | 11 | 9 | 11 | 10 | 11 | 12 | 13 | 13 | 9 | 7 | 7 | 9 | 6 | 9 | 10 | 11 | 11 | 10 | 12 | 14 | 12 | 12 | 13 | 13 | 14 | 12 | 10 | 7 | 398 | 52,16 |
Крылья Советов Мәскәү | 4 | 4 | 3 | 3 | 4 | 4 | 8 | 1 | 1 | 4 | 8 | 4 | 3 | 3 | 3 | 1 | 2 | 2 | 1 | 1 | 2 | 1 | 2 | 1 | 2 | 71 | 9,31 | |||||||||||||||
Динамо Мәскәү | 3 | 3 | 4 | 3 | 1 | 1 | 1 | 2 | 5 | 5 | 3 | 2 | 1 | 1 | 1 | 3 | 3 | 2 | 4 | 2 | 2 | 2 | 3 | 2 | 3 | 4 | 6 | 5 | 6 | 6 | 5 | 4 | 3 | 5 | 4 | 5 | 4 | 2 | 4 | 4 | 124 | 16,25 |
Электросталь | 1 | 1 | 2 | 0,26 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Кировец Ленинград | 1 | 1 | 0,13 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Локомотив Мәскәү | 2 | 1 | 3 | 2 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 11 | 1,44 | |||||||||||||||||||||||||||||||
Спартак Мәскәү | 3 | 3 | 3 | 3 | 3 | 3 | 5 | 5 | 5 | 4 | 4 | 3 | 2 | 5 | 3 | 5 | 4 | 5 | 3 | 1 | 3 | 5 | 2 | 3 | 1 | 2 | 1 | 86 | 11,27 | |||||||||||||
Торпедо Горький | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 2 | 3 | 1 | 1 | 22 | 2,88 | ||||||||||||||||||||
Химик Воскресенск | 1 | 1 | 1 | 1 | 2 | 1 | 1 | 2 | 3 | 13 | 1,7 | |||||||||||||||||||||||||||||||
Автомобилист Свердловск | 1 | 1 | 1 | 1 | 4 | 0,52 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
СКА Ленинград | 2 | 1 | 3 | 0,39 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Динамо Рига | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 6 | 0,79 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||
Трактор Силәбе | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 8 | 1,05 | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Салауат Юлаев Өфө | 1 | 1 | 0,13 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Сокол Киев | 1 | 1 | 2 | 0,26 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Калгари Флэймз | 2 | 1 | 3 | 0,39 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Нью-Джерси Девилз | 1 | 2 | 3 | 0,36 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Квебек Нордикс | 1 | 1 | 2 | 0,26 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
ТПС Турку | 1 | 1 | 0,13 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Лукко Раума | 1 | 1 | 0,13 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Фрибур-Готтерон | 1 | 1 | 0,13 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
' | 17 | 17 | 17 | 17 | 17 | 17 | 17 | 17 | 17 | 17 | 17 | 17 | 17 | 18 | 18 | 19 | 20 | 20 | 20 | 20 | 20 | 20 | 20 | 18 | 20 | 20 | 20 | 22 | 20 | 22 | 22 | 22 | 20 | 22 | 22 | 22 | 23 | 23 | 23 | 23 | 763 |
1962 йылғы донъя чемпионатына команда составы белешмә өсөн бирелә, һәм дөйөм иҫәпкә алынмай, сөнки СССР йыйылма командаһы ҡатнашыуҙан баш тарта.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл машина (Красная машина)
- Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Таблица всех призёров чемпионата мира 2021 йыл 27 декабрь архивланған. // IIHF
- ↑ Who are the best six of all time? // IIHF (2008). Дата обращения: 20 май 2017. Архивировано 27 июль 2013 года.
- ↑ Lawrence Martin. The Red Machine. — С. 31—32.
- ↑ Петров А. Д. От Спартакиады к Олимпиаде. — М.: Московская правда, 1979. — С. 68.
- ↑ Soviets hammer Canada, win gold at their first Worlds . // IIHF (2008). Дата обращения: 20 май 2017. Архивировано 12 август 2018 года.
- ↑ Чемпионат мира по хоккею с шайбой 1962 года. 19 май 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 9 июнь архивланған.
- ↑ 1972 – Soviet streak of nine straight World golds ends . // IIHF (2008). Дата обращения: 21 май 2017. Архивировано 20 сентябрь 2018 года.
- ↑ Roy MacSkimming. Cold War: The Amazing Canada-Soviet Hockey Series of 1972. — Greystone Books (инг.)баш., 1996.
- ↑ «Мы, канадцы, помним Суперсерию-72. А Серию-74 почему-то нет». 45 лет победе сборной СССР над Канадой из ВХА
- ↑ Wayne Coffey. The Boys of Winter: The Untold Story of a Coach, a Dream, and the 1980 U.S. Olympic Hockey Team. — New York: Crown Publishers (инг.)баш., 2005.
- ↑ «У НХЛ кончились оправдания поражениям от русских». Великая победа СССР на Кубке Канады . Дата обращения: 26 декабрь 2021. Архивировано 26 декабрь 2021 года.
- ↑ МХЛ, "пингвины" и криминал. Как менялся российский хоккей после распада СССР . Дата обращения: 26 декабрь 2021. Архивировано 26 декабрь 2021 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сборная СССР по хоккею с шайбой на сайте «Хоккейные архивы»
- Как создавалась сборная страны по хоккею? 2015 йыл 23 июнь архивланған.