Эстәлеккә күсергә

Континенталь хоккей лигаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Континенталь хоккей лигаһы
КХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә

Шайбалы хоккей
Нигеҙләнгән:

2008 йыл, 15 март

Илдәр:

Рәсәй флагы Рәсәй (19)
Белоруссия Белоруссия (1)
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан (1)
Латвия флагы Латвия (1)
Финляндия (1)
Ҡытай Халыҡ Республикаһы Ҡытай (1)

Регион:

Евразия

Башлыҡ:

Дмитрий Чернышенко

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

24

Ғәмәлдәге еңеүсе:

ЦСКА (Мәскәү) (1-се кубок)

Титулдарҙың иң ҙур һаны:

Аҡ Барс (Ҡазан) (өс кубок)

Рәсми сайт:

http://www.khl.ru/

Континенталь хоккей лигаһы (КХЛ) (рус. Континентальная хоккейная лига, ингл. Kontinental Hockey League) — халыҡ-ара хоккей лигаһы. Лиганың баш бүләге Гагарин Кубогы өсөн Рәсәй, Беларусь, Казахстан, Латвия, Финляндия һәм Ҡытай илдәренән командалар көрәшә. Европала иң көслө лига тип һанала. КХЛ 2008 йылда барлыҡҡа килә һәм башта 24 команданы эсенә ала. 2018/19 йылдар миҙгелендә Лигала 22 ҡаланан 24 команда ҡатнаша.

Лиганы 32 командаға тиклем ҙурайтыу планлаштырыла тәүҙә, әммә 2017 йылда яңы стратегия ҡабул ителә — командалар һаны 2023 йылға тиклем 24-кә тиклем әҙәйергә тейеш. Был план 2019 йылға тиклем үтәлеп ҡуйыла.

Барлыҡҡа килер алдынан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1996 йылда Милләт-ара хоккей лигаһы тарҡалғас, БДБ илдәренең көслө командалары үҙ чемпионаттарына таралдылар. 2005 йылдың октябрендә физик культураһы һәм спорт бкйынса федераль агентствоһының башлығы Вячеслав Фетисов Рәсәй, Беларус, Ҡазағстан һәм Украина (киләсәктә — Көнбағыш Европа һәм Алыҫ Көнсығыш) илдәренең командалары өсөн берҙәм лига проектын тәҡдим итә, тик был лига Евро-азиат хоккей лигаһы тип аталырға тейеш (ЕАХЛ)[1]. Был лига Рәсәй (РХФ) һәм башҡа милли хоккей федерацияларынан һәм Профессиональ хоккей лигаһынан (Рәсәй суперлигаһын үткәрә торған организация) бойондороҡһоҙ буларға тейеш ине[2]. Һәм был лига, Милли хоккей лигаһы кеүек, коммерциялы структураға ориентирлана. Туғыҙ Рәсәй клубы үҙҙәренең ҡултамғаларын килешеүҙә ҡуйылар. Яңы лига 2006/07 йылда башланырға тейеш ине. Тәүге сезонда 12 команда ҡатнашһа, киләсәктә — 20 һәм күберәк һанға еткерергә уйлайғандар[3]. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында уйлағанса килеп сыҡманы. 2006/07 йылда яңы лиганы башлау тураһында күп һөйләшеүҙәр үтте[4], әммә һөҙөмтәһеҙ булды был эштәр. Ниһайәт, 2008 йылдың февралендә, РХФ яғынан булған ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса, Асыҡ Рәсәй хоккей лигаһы барлыҡҡа килә. Аҙаҡтан ул Континенталь Хоккей Лигаһына (КХЛ) үҙгәртелә. КХЛ президенты итеп Александр Медведев һайлана, ә директорҙар советының рәйесе урынына Вячеслав Фетисов килә. Был проектта ЕАХЛ өсөн тәғәйәнләнгән бөтә идеалар тиерлек бар: башта БДБ илдәренең командаларының ҡатнашыуы, ә аҙаҡтан — Көнбайыш Европаның; таланттар йәрминкәһе; исемле дивизиондарға һәм конференцияларға бүленеү; эш хаҡтарының түбәһе; исемле кубок; командаларға инфраструктура буйынса ҡаты талаптар; дүрт еңеүгә тиклем «оҙон» плей-офф сериялары[5]. Тик бер айырма ғына бар: Евро-азиат хоккей лигаһында Рәсәй суперлигаһының 12 һайланма командалары инергә тейеш ине, ә был лигаға бөтә 20 командыла керҙе.

Организаторҙар эксперименталь тип һанаған тәүге КХЛ чемпионаты 2008/09 сезонда үтә. Тәүге шайбаны 2008 йылдың 2 сентябрендә Риганың «Динамо» командаһының һөжумсеһе Александр Неживий Хабаровскиҙың «Амур» ҡапҡаһына керетә. 2008 йылдың сентябрендә Новокузнецкийҙың «Металлург»тың уйынсыһы Александр Шинкарь, Риганың «Динамо» ҡапҡаһына өс шайба керетеп, КХЛ тарихында тәүге хет-трик яһай. КХЛ Рәсәй суперлигаһы нигеҙендә барлыҡҡа килә һәм шул ваҡытта лига эсенә 24 команда инә. Уларҙың 21 Рәсәйҙән, тағы ла Белоруссия, Латвия һәм Ҡаҙағстан илдәренән берешер команда. Суперлиганан айырмалы рәүештә КХЛ чемпионатты үҙ аллы ойоштора. РХФ менән булған өс йыллы контракт буйынса Гагарин кубогын яулаусы үҙенең ниндәй илдән булыуына ҡарамаҫтан Рәсәй чемпионы исемен ала.

2009 йылдың 12 апрелендә «Аҡ Барс» хоккей клубы Гагарин кубогының тәүге яулаусыһы һәм КХЛ 2008/2009 йылдар миҙгеленең чемпионы була.

2009/10 миҙгелдән башлап лигаға икенсе командалар ҙа керә башлайҙар. Чемпионаттан ҡыуылған воскресенскиҙың «Химик» урынына Екатеринбургтан «Автомобилист» килә.

2010 йылда «Югра», Юғары лиганың 2008/09 һәм 2009/10 йылдар миҙгелдәрендә чемпионы, КХЛ ҡатнашыусылар составына инә. Финанс мәсьәләләр арҡаһында «Лада» Лиганан сығырға мәжбүр була. Мәскәүҙең «Динамо»һы менән ҡушылғандан һуң ХК МВД тарҡала.

2011 йылдың 9 май көнөдә Братиславала махсус брифинг үтә, шунда КХЛ президенты Александр Медведев Лигаға 2011/12 миҙгеленән башлап «Лев» хоккей клубы инеүе тураһында рәсми рәүештә әйтә. 2011 йылдың 7 сентябрендәге Ярославль өлкәһендәге авиакатастрофа арҡаһында «Локомотив» хоккей клубы чемпионатта ҡатнашыуҙан баш тарта. 2011/2012 миҙгелде клуб Юғары хоккей лигаһында үткәрҙе.

2012/2013 йылдар миҙгелендә, ярославльдең «Локомотив» командаһының киренән ҡатнаша башлауынан башҡа, Лигаға братиславаның «Слован» һәм Донецктан булған «Донбасс» хоккей клубтары керә. «Донбасс» үткән керер алдынан Юғары хоккей лигаһында бер миҙгел уйнай. «Лев» клубы Попрад ҡалаһынан Чехияның баш ҡалаһы Прагаға күсә, әммә ул словакия хоккейының вариҫы түгел.

2013/2014 миҙгелдә КХЛ-ға ике клуб керә: ««Адмирал»» һәм «Медвешчак».

2014/2015 йылдар миҙгелендә Лигаға «Лада», «Йокерит» һәм «Сочи» хоккей клубтары керә[6]. Шул уҡ миҙгелде Лига составынан «Лев», «Донбасс» һәм «Спартак» командалары сыға.

2015/2016 йылдар миҙгелендә «Спартак» хоккей клубы ҡайта, ә «Атлант» Лига составынан сыға.

2016 йылдың 24 июнендә КХЛ директорҙары кәңәшмәһе Лига составына Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар» ҡабул итә[7].

Командалар һанының әҙәйеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың 24 май көнөндә КХЛ-дың директорҙар кәңәшмәһендә лиганың үҫешеүенең ете йылға яңы стратегияһы иғлан ителә[8]. Стратегия буйынса лигала командалар һаны егерме туғыҙҙан егерме дүрткә тиклем әҙәйергә тейеш. Чемпионат составынан тәүгеләрҙән булып Новокузнецкиҙан «Металлург» һәм Загребтан «Медвешчак» хоккей клубтары сыға. 2018 йылдың 28 мартында КХЛ директорҙары кәңәшмәһендә Лига составынан «Югра» һәм «Лада» хоккей клубтары сығарыла.

2018/19 йылдар миҙгеленән һуң финанс ауырлыҡтары булғанға күрә, Словакиянан «Слован» хоккей клубы чемпионатта ҡатнашыуҙар баш тарта[9].

Бөтә йондоҙҙар уйыны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Континенталь хоккей лигаһының йондоҙҙар уйыны 2009 йылдан башлап йыл һайын үткәрелә. Тәүҙә уйындар иң яҡшы сит ил уйынсылары һәм иң яҡшы Рәсәй уйынсылары йыйылған командалар ҡатнашлығында үтә, ә командалар Ягр-тим һәм Яшин-тим исемдәрен үҙҙәренең капитандары исемдәренән (Яромир Ягр һәм Алексей Яшин) ала. 2010/11 йылдар миҙгелендә уйындың форматы үҙгәрә — Көнбайыш конференцияһынан булған уйынсыларҙан йыйыған команда Көнсығыш конференцияһының уйынсыларынан тупланған командаға ҡаршы уйнай. 2017 йылдан башлап йондоҙҙар уйыны мини-турнир форматында үтә. Унда дивизиондар йыйылма командалары ҡатнаша. Сергей Мозякин һәр 11 йондоҙҙар уйынында ҡатнаша һәм 41 мәрәй йыя[10].

Асыҡ һауала уйындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КХЛ тәү тапҡыр асыҡ һауала уйындарын юбилейлы 10-сы миҙгелдә уҙғара башлай. Шунда «Йокерит» һәм СКА хоккей клубтары Хельсинки ҡалаһының бер паркында осраша. Уларҙан һуң Ригала урындағы һәм Минскиҙан «Динамо» командалары уйнай. Ә 2018 йылдың 22 декабрендә СКА Санкт-Петербургта футбол өсөн ҡулланылған Газпром-Аренаһында ЦСКА хоккей клубын ҡабул итә[11].

Сит илдәрҙә уйындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КХЛ даими чемпионатының ҡайһы бер уйындары Лига составына кермәгән илдәрҙә үткәрелә. 11 йыл эсенда рәсми уйындар Швейцарияла, Австрияла һәм Эстонияла үткәрелә.

Редрафт — клубҡа состав йыйырға ярҙам иткән ваҡиға. Клуб «Локомотивтан» һәм сит ил командаларынан башҡа һәр команда тәҡдим иткән 5 кешенән берәүҙе һайлай. Ете сит ил уйынсыһын һәм бер ҡапҡасыны һайларға ярай[12]. .

Континенталь хоккей лигаһы тарихында ике редрафт үтә. Тәүгеһе 2013/14 йылдар миҙгеле башланыр алдынан «Адмирал» хоккей клубы өсөн булһа, икенсеһе — 2014/15 миҙгел башланыр алдынан «Сочи» һәм «Лада» клубтары өсөн.

Юниорҙар йәрминкәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КХЛ юниорҙар йәрминкәһе йәки Юниорҙар драфты — клубтарҙың йыл һайын үҙҙәренең рәттәрен Канада, Америка, Европа һәм Рәсәйҙең иң яҡшы юниорҙары һәм олораҡ уйынсылар менән тулыландырыу. Тәүге тапҡыр һәүәҫкәр драфт 2009 йылда КХЛ офисында үтә, 2011 йылдан башлап драфт хоккей клубтарының боҙ ареналарында үтә башлай. 2015 йылда башлап ул КХЛ юниорҙар йәрминкәһе тип атала башлай. Йәрминкә йылына бер тапҡыр һәм үткән миҙгел бөтөүенә бер-ике айҙан үткәс. 2016 йылда үткән йәрминкә һуңғы була.

2019 йылдың май айында КХЛ етәкселәре кәңәшмәһендә Юниорҙар йәрминкәһен кире ҡайтарырға тәҡдим ителә, был һорау буйынса эш төркөм төҙөлә[13].

КХЛ президенттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Александр Медведев (2008—2014 йылдар)
  2. Дмитрий Чернышенко (2014 йылдан башлап)

Уйынсылар профсоюзы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КХЛ уйынсылар профсозы (рус. Профсоюз игроков КХЛ) — Континенталь хоккей лигаһында хоккейсыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн хоккейсыларҙы берләштергән профсоюз.

КХЛ уйынсылар профсоюзының төп органдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Съезд
Ойошманың эшмәкәрлеге мәсьәләләрен хәл иткән юғары етәкләү органы.
  • Уйынсылар советы
Етәкләү функцияларын башҡарған һайланма коллегиаль орган.
  • Башҡарыу комитеты
Профсоюздың эшмәкәрлеге менән әлеге еәткселекте тормошҡа ашырған башҡарау комитеты.
  • Профсоюз рәйесе
КХЛ уйынсылар профсоюзы эше өҫтөндә дөйөм етәкләүҙе башҡара, Профсоюз съезы менән 5 йылға яңынан һайланыу хоҡуғы менән һайлана.
  • Контроль-ревизион комиссия
Профсоюздың хужалыҡ-финанс эшмәкәрлеген тикшереү.

КХЛ директорҙар советы ағзалары

Холдинг булараҡ КХЛ составына 6 ойошма керә:

  • Яуаплығы сикләнгән йәмғиәт «Континенталь хоккей лигаһы» (ЯСЙ «КХЛ»)
  • Автономиялы коммерциялы булмаған ойошма «Континенталь хоккей лигаһы» (АКБО «КХЛ»)
  • Яуаплығы сикләнгән йәмғиәт «КХЛ-Маркетинг» (ЯСЙ «КХЛ-Маркетинг»)
  • Коммерциялы булмаған партнёрлыҡ «Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаты» (КБП «ЙХЛ»)

Миҙгел структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лига Көнсығыш һәм Көнбайыш конференцияларына географик принцип буйынса бүленә. Һәр конференция эсенә ике дивизион инә. Көнбайыш конференцияһы: Тарасов дивизионы һәм Бобров дивизионы, Көнсығыш конференцияһы: Чернышёв дивизионы һәм Харламов дивизионы. Һәр дивизионда алтышар команда сығыш яһай.

Чемпионаттың даими миҙгелендә һәр команда бөтә клубтар менән икешәр (берәү — өйҙә, берәү — ҡунаҡта) уйын үткәрә. Шунан үҙ конференцияһындағы командалар менән тағы өҫтәмә осрашыу уҙғара, һәм даими миҙгелдә уйындар һаны 62-гә тиклем етә.

Еңгән өсөн команда ике мәрәй ала, өҫтәмә ваҡытта йә булиттар серияһында еңелгәндәргә бер мәрәй бирәләр, ә төп ваҡытта еңелеү өсөн бер-нимә лә бирелмәй. Даими миҙгел бөткәс үҙ дивизионында иң күп мәрәй йыйған команда дивизион чемпионы исемен яулай (үҙ дивизиондың командалары менән уйындарҙан ғына түгел, ә бөтәһе менән уйындар мәрәйҙәре һаналасаҡ).

Тимәк командалар 62 уйын үткәреп билдәләйҙәр:

  1. Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаттың еңеүсеһен;
  2. Дивизиондар еңеүселәрен;
  3. Чемпионаттың икенсе этабында плей-офф серияларында ҡатнашыусы командалар парҙарын билдәләү өсөн Конференцияларҙа клубтарҙың урындары буйынса тәртибен.

Иң күп мәрәй йыйған команда даими чемпионаттың еңеүсеһе була, һәм уға Континент кубогын бирәләр[14][15].

Беренсе этап һөҙөмтәләре буйынса үҙ конференцияларында беренсе һигеҙ урында булған командалар чемпионаттың икенсе этабында ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта тәүге ике урынды спорт һөҙөмтәләре әҙәйә барыу тәртибендә дивизион чемпиондары яулай.

Икенсе этапта һәр конференциянан икешәр команда (16 команда) плей-офф системаһы буйынса Көнбайыш һәм Көнсығыш конференцияларында еңеүселәрҙе билдәләйҙәр, шул еңеүселәргә «Көнбайыш конференцияһы еңеүсеһе» һәм «Көнсығыш конференцияһы еңеүсеһе» кубоктарын бирәләр[15]. Конференцияларҙың еңеүселәре үҙ-ара уйындар серияһында Контиененталь хоккей лигаһының чемпионын һәм Гагарин кубогы хужаһын билдәләйҙәр.

Шул уҡ ваҡытта Рәсәй чемпионы билдәләнә. Плей-офф сериялары һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы Рәсәй командаларына алтын, көмөш йә бронза миҙалдарын бирәләр. Конференцияларҙа сирекфиналдар, ярымфиналдар һәм финал уйындары үткәрелә. Гагарин кубогы финалында конференция еңеүселәре ҡатнаша. Плей-офф сериялара дүрт еңеүгә тиклем бара[16].

2012/2013 йылдар миҙгеленән башлап Лига Өмөт кубогы өсөн турнир үткәрә. Был турнирҙа беренсе этап һөҙөмтәләре буйынса икенсе этапҡа эләкмәгән командалар уйнай.

Турнир дүрт стадиянан тора һәм квалификацион раундтан башлана. Дүрт команда сирекфиналға сығыр өсөн икешәр уйын уйнай. Квалификацион раундта һөҙөмтәләр уйындың төп ваҡыты буйынса билдәләнә, ә өҫтәмә ваҡыттар яуаплы уйында командалар берешәр уйын еңһә йә ике уйынды ла тигеҙ иҫәп менән уйнаһалар ғына үткәрелә. Артабан бөтә сериялар өс еңеүгә тиклем форматында үтә. Шул уҡ ваҡытта командалар сикһеҙ өҫтәмә ваҡыттарҙы тәүге кереткән шайбаға тиклем уйнайҙар. Дүрт уйын һөҙөмтәһе буйынса еңеүҙәр иҫәбе тигеҙ булһа, командалар еңеүсене булиттар серияһында асыҡлай.

2014 йылдың 29 октябрендә Континенталь хоккей лигаһының идара ултырышы барышында лиганың перспектив һәм оператив эшмәкәрлегенә ҡағылған һорауҙар күтәрелә. Директорҙар кәңәшмәһенең Гагарин кубогы өсөн плей-офф ярыштарына эләкмәгән командалар өсөн булған Өмөт кубогы турнирын үткәреү оптимизациялау программаһын КХЛ Идараһы тикшерә. Фекер алышыуҙар һөҙөмтәләре буйынса Идара ағзалары әлеге экономика хәле ваҡытында Өмөт кубогын үткәрмәүе дөрөҫөрәк булыр тигән һөҙөмтәгә киләләр.

Элекке КХЛ вице-президенты Дмитрий Курбатов Лига Идараһының экономик сәбәптәр арҡаһында Өмөт кубогын үткәрмеүе ҡарары тураһында үҙенең фекерен әйтте: — Башта был турнирҙың мәғәнәһе Гагарин кубогы өсөн плей-офф ярыштарына эләкмәгән командалар өсөн миҙгелде оҙонайтыу була. Шул уҡ ваҡытта беҙ командаларҙа бюджеттарында ҡаралмаған өҫтәмә аҡса сарыф итеүҙәр килеп сығыуын аңлайбыҙ. Шуның өсөн Лига клубтарҙың күсеп йөрөүҙәрен үҙе түләй һәм турнирҙың приз фондон эшләй. Беҙҙең илдә һәм Европала әлеге экономик хәлдең яҡшынан йыраҡ булыуы сер түгел, һәм хужалыҡ эшмәкәрлегенең бөтә субъектары тиерлек үҙҙәренең сығымдарын әҙәйтергә мәжбүр булалар. Был Континенталь хоккей лигаға ла ҡағыла. Килеп сыҡҡан иҫәпләүҙәр быйылғы миҙгелдә һәм артабан Өмөт кубогы экономик яҡтан эффектив тугел булғанын күрһәтә. Беҙ был турнирҙы яратып өлгөргәндәрҙән һәм турнирға күнеккәндәрҙән ғәфү итеүҙе һорайбыҙ һәм ҡасандыр киләсәктә ошондайыраҡ ярыш КХЛ календаренә ҡайтыуын иҫтән сығармайбыҙ.

Регламенттан бер-нисә һығымта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • КХЛ иң көслө командалары бер конференциянан булһалар Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса юғары урындарҙы яулай алмай — плей-офф ярыштарында һәр стадияһында төрлө конференциянан мотлаҡ рәүештә командаларһың һаны тигеҙ булыу арҡаһында[16].
  • Гагарин кубогының финал серияһында Чепионаттың даими беренселегендә яҡшыраҡ булһа ла үҙ майҙанда финалды башлауҙы бирмәй, әгәр команданың үҙ конференцияһында урыны икенсе конференциянан команданың урынынан аҫтараҡ булһа[16]. Мәҫьәлән, 2011/2012 йылдар миҙгелендә финалда чемпионатта бишенсе урындағы омскиҙың «Авангард» командаһы даими беренселектә өсөнсө урын яулаған мәскәүҙең «Динамо» хоккей клубына ҡаршы финалды үҙ боҙ майҙансығында башлай.
  • Чемпионатта команданың һөҙөмтәләре яҡшыраҡ булһа ла һәм ул плей-офф ярыштарына эләкмәһә, ә икенсе конференциялағы команданың һөҙөмтәләре насарыраҡ булһа һәм ул плей-оффҡа эләкһә, шул саҡ плеә-офф ярыштарына эләкмәгән команда дөйөм миҙгел таблицаһында аҫатараҡ буласаҡ[16].
  • КХЛ спорт регламентының төрлө статьялары уйынға ҡуйылған судьяларҙың төрлө һандарын әйтә. Мәҫьәлән, 81 статья ике судья тиһә, шул ваҡытта 83 статьяның икенсе бүлегендә бер баш судья тураһында әйтелә. Ә КХЛ рәсми сайтында киләһе уйындарға ҡуйылған судьялар исемлегендә өс судья һәр бер уйынға күрһәтелә[17][18].

Көнбайыш конференцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнсығыш конференцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2019/2020 йылдар миҙгеле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бобров дивизионы
Команда Ҡала Арена Нигеҙләнгән КХЛ Дивизионды еңеү Конференцияны еңеү Гагарин кубогы Баш тренер Капитан
Динамо Рәсәй флагы Мәскәү ВТБ Арена 1946 2008 2011, 2014* 2012, 2013 2012, 2013 Рәсәй Федерацияһы Владимир Крикунов Рәсәй флагы Вадим Шипачёв
Динамо Латвия флагы Рига Арена Рига 1946 2008 Латвия флагы Гиртс Анкипанс Латвия флагы Лаурис Дарзиньш
Йокерит Хельсинки Хартвалл Арена 1967 2014 2016 Лаури Марьямяки Дания Петер Регин
Северсталь Рәсәй флагы Череповец Боҙ һарайы 1956 2008 Рәсәй Федерацияһы Андрей Разин Рәсәй флагы Юрий Трубачёв
СКА Рәсәй флагы С.-Петербург Боҙ һарайы 1946 2008 2010, 2012—2015, 2017—2019 2015, 2017 2015, 2017 Рәсәй флагы Алексей Кудашов Рәсәй флагы Сергей Плотников
Спартак Рәсәй флагы Мәскәү ЦСКА Арена 1946 2008 һәм 2015 Рәсәй флагы Олег Знарок Рәсәй флагы Андрей Кутейкин
Тарасов дивизионы
Команда Ҡала Арена Нигеҙләнгән КХЛ Дивизионды еңеү Конференцияны еңеү Гагарин кубогы Баш тренер Капитан
Витязь Рәсәй флагы Подольск «Витязь» боҙ һарайы 1996 2008 Рәсәй флагы Михаил Кравец Рәсәй флагы Александр Сёмин
Динамо Белоруссия Минск Минск-Арена 1976 2008 Канада флагы Крэйг Вудкрофт Белоруссия Александр Павлович
Локомотив Рәсәй флагы Ярославль Арена 2000 1959 2008 2009*, 2011 Канада флагы Крэйг Мактавиш Швеция Стаффан Кронвалль
Сочи Рәсәй флагы Сочи «Большой» боҙ һарайы 2014 2014 Рәсәй флагы Сергей Зубов Рәсәй флагы Никита Щитов
Торпедо Рәсәй флагы Түбәнге Новгород «Нагорный» профсоюздар спорт һарайы 1946 2008 2012 Канада флагы Дэвид Немировски Рәсәй Федерацияһы Михаил Варнаков
ЦСКА Рәсәй флагы Мәскәү ЦСКА Арена 1946 2008 2009, 2015—2019 2016, 2018—2019 2019 Рәсәй флагы Игорь Никитин Рәсәй флагы Сергей Андронов
Харламов дивизионы
Команда Ҡала Арена Нигеҙләнгән КХЛ Дивизионды еңеү Конференцияны еңеү Гагарин Кубогы Баш тренер Капитан
Автомобилист Рәсәй флагы Екатеринбург «Уралец» МКК 2006 2008 2019 Рәсәй флагы Андрей Мартемьянов Ҡаҙағстан Найджел Доус
Аҡ Барс Рәсәй флагы Ҡазан Татнефть-Арена 1956 2008 2009*, 2011, 2013, 2015, 2018 2010, 2015, 2018 2009, 2010, 2018 Рәсәй флагы Дмитрий Квартальнов Рәсәй флагы Данис Зарипов
Металлург Рәсәй флагы Магнитогорск Арена-Металлург 1955 2008 2010, 2014, 2016—2017 2014, 2016—2017 2014, 2016 Чехия Йозеф Яндач Рәсәй флагы Сергей Мозякин
Нефтехимик Рәсәй флагы Түбәнге Кама «Нефтехимик» СМК 1968 2008 Рәсәй флагы Вячеслав Буцаев Чехия Андрей Нестрашил
Себер Рәсәй флагы Новосибирск Концерт-спорт комплексы «Себер» 1962 2008 2015* Рәсәй флагы Николай Заварухин Рәсәй флагы Александр Логинов
Трактор Рәсәй флагы Силәбе «Трактор» БА 1947 2008 2012 2012 Латвия флагы Петерис Скудра Рәсәй флагы Александр Шинин
Чернышёв дивизионы
Команда Ҡала Арена Нигеҙләнгән КХЛ Дивизионды еңеү Конференцияны еңеү Гагарин Кубогы Баш тренер Капитан
Авангард Рәсәй флагы Омск Балашиха Арена 1950 2008 2011-2013, 2016—2017 2012, 2019 Канада флагы Боб Хартли Рәсәй флагы Алексей Емелин
Адмирал Рәсәй флагы Владивосток Фетисов-Арена 2013 Рәсәй флагы Сергей Светлов Рәсәй флагы Константин Глазачев
Амур Рәсәй флагы Хабаровск Платинум Арена 1957 2008 Рәсәй флагы Александр Гулявцев Рәсәй флагы Максим Кондратьев
Барыҫ Ҡаҙағстан Астана Барыҫ-Арена 1999 2008 2014, 2019 Белоруссия Андрей Скабелка Ҡаҙағстан Даррен Диц
Куньлунь Ред Стар Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Пекин Шоуган Арена 2016 АҠШ флагы Курт Фрэйзер Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Брэндон Ип
Салауат Юлаев Рәсәй флагы Өфө Өфө-Арена 1961 2008 2009*, 2010, 2018 2011 2011 Рәсәй флагы Николай Цулыгин Рәсәй флагы Григорий Панин

Командаларҙың лигала һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылда Лига барлыҡҡа килгәндән бирле КХЛ чемпионаттарында бөтәһе 35 команда ҡатнаша. 28 команда миҙгелдәрҙең береһендә булһа ла плей-офф ярыштарында ҡатнаша. Дүрт команда бар миҙгелдә лә плей-оффҡа эләгә.

Таблицала КХЛ чемпионаттарының даими өлөштәре һөҙөмтәләре буйынса командаларҙың урындары һәм КХЛ һәр миҙгеленең еткән плей-офф раунды күрһәтелгән (төҫ менән билдәләнгән). Командалар КХЛ чемпионаттарында һөҙөмтәләр әҙәйә барыу менән урынлашҡан.

Команда 2009 2010 2011 2012 2013 2014 2015 2016 2017 2018 2019 2020
ЦСКА 4 12 19 18 6 12 1 1 1 2 1
Аҡ Барс 2 8 4 6 2 4 4 12 7 4 8
Динамо Мск* 7 5 6 3 4 1 3 6 4 18 10
Салауат Юлаев 1 1 2 8 9 8 14 9 14 10 11
Металлург Мг 6 3 5 4 7 2 6 8 3 8 6
СКА 8 2 7 2 1 3 2 10 2 1 2
Локомотив 3 7 3 8 15 10 2 5 5 4
Трактор 12 18 18 1 5 19 15 19 10 6 16
Авангард 16 11 1 5 3 20 8 5 6 12 7
Атлант 5 6 8 9 17 17 16
Лев (Прага) 15 5
ХК МВД 18 4
Себер 19 20 11 20 12 13 7 7 19 14 18
Автомобилист 19 20 22 26 14 18 14 21 7 3
Нефтехимик 14 9 15 17 14 25 22 16 20 9 19
Йокерит 5 3 12 3 9
Спартак 9 10 12 19 23 23 21 26 16 13
Барыҫ 15 14 14 10 10 7 11 17 13 19 5
Торпедо 11 15 17 7 20 9 12 11 9 11 14
Динамо Р 10 13 13 15 24 10 21 22 28 26 17
Северсталь 17 16 9 11 11 18 17 27 23 17 22
Донбасс 18 6
Динамо Мн 22 17 16 13 19 26 9 18 8 20 24
Витязь 23 23 21 23 22 24 20 24 11 21 15
Амур 20 21 22 12 25 28 28 25 22 13 23
Сочи 13 4 17 15 12
Адмирал 16 19 13 15 22 21
Куньлунь Ред Стар 16 23 20
Слован 13 21 26 15 18 24 25
Югра 10 14 16 22 25 23 25 27
Медвешчак 11 23 20 24
Лада 13 22 24 26 27 25
Металлург Нк 21 24 23 16 21 27 27 28 29
Лев (Попрад) 21
Химик 24
Төҫ Аңлатмаһы
Ҡыҙыл Гагарин кубогы яулаусы
Һары Вице-чемпион
Йәшел Конференция финалисы
Күк Конференция ярымфиналсыһы
Зәңгәр Плей-офф ҡатнашыусыһы
Шәмәхә Өмөт кубогы яулаусы
Яҡты һоро Плей-оффҡа эләкмәгән команда
Һоро Миҙгелдә ҡатнашмаған команда

* 2010 йылда ХК МВД менән ҡушылғанға тиклем «Динамо» Мск ҡатнашыу тарихтары ла һанала.

Приз алыусылар таблицаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сезон Гагарин кубогы яулаусы Гагарин кубогы финалисы Континент кубогы яулаусы Асыш кубогы яулаусы Өмөт кубогы яулаусы
2018/19 Рәсәй флагы ЦСКА Рәсәй флагы Авангард Рәсәй флагы ЦСКА Рәсәй флагы СКА
Үткәрелмәй
2017/18 Рәсәй Федерацияһы Аҡ Барс Рәсәй флагы ЦСКА Рәсәй флагы СКА Рәсәй флагы СКА
2016/17 Рәсәй Федерацияһы СКА Рәсәй флагы Металлург (Магнитогорск) Рәсәй флагы ЦСКА Рәсәй флагы Металлург (Магнитогорск)
2015/16 Рәсәй Федерацияһы Металлург (Магнитогорск) Рәсәй флагы ЦСКА Рәсәй флагы ЦСКА Рәсәй флагы ЦСКА
2014/15 Рәсәй Федерацияһы СКА Рәсәй Федерацияһы Аҡ Барс Рәсәй Федерацияһы ЦСКА Рәсәй Федерацияһы Металлург (Магнитогорск)
2013/14 Рәсәй Федерацияһы Металлург (Магнитогорск) Чехия Лев Рәсәй Федерацияһы Динамо (Мәскәү) Рәсәй Федерацияһы Динамо (Мәскәү) Рәсәй флагы Авангард
2012/13 Рәсәй Федерацияһы Динамо (Мәскәү) Рәсәй Федерацияһы Трактор Рәсәй Федерацияһы СКА Рәсәй Федерацияһы Динамо (Мәскәү) Латвия флагы Динамо (Рига)
2011/12 Рәсәй Федерацияһы Динамо (Мәскәү) Рәсәй флагы Авангард Рәсәй флагы Трактор Рәсәй Федерацияһы Салауат Юлаев
Үткәрелмәй
2010/11 Рәсәй Федерацияһы Салауат Юлаев Рәсәй Федерацияһы Атлант Рәсәй Федерацияһы Авангард Рәсәй флагы Динамо (Мәскәү)
2009/10 Рәсәй Федерацияһы Аҡ Барс Рәсәй Федерацияһы ХК МВД Рәсәй Федерацияһы Салауат Юлаев Рәсәй Федерацияһы Аҡ Барс
2008/09 Рәсәй Федерацияһы Аҡ Барс Рәсәй Федерацияһы Локомотив
Үткәрелмәй*
Рәсәй Федерацияһы Салауат Юлаев

* Чемпионаттың даими өлөшө һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын өсөн бүләк 2009/10 миҙгелдә ҡабул ителә. 2008/09 миҙгелдә «Салауат Юлаев» хоккей клубы даими беренселектең еңеүсеһе була.

Трофейҙар һәм бүләктәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
КХЛ иң яҡшы командалары
Командалар Титул
Аҡ Барс 3
Динамо (Мск) 2
Металлург (Мг) 2
СКА 2
Салауат Юлаев 1
ЦСКА 1
Гагарин Кубогы

Йыл һайын КХЛ етәкселәре, генераль менеджерҙар, тренерҙар, уйынсылар һәм спорт журналистары һайлауҙары ярҙамында Лига тамамланған чемпионаттың иң яҡшы уйынсыларын билдәләй. Номинантар һәм еңеүселәр исемдәре миҙгел аҙағында финал уйындан һуң махсус кисәлә билдәле була. Шул кисә иң яҡшы командаларҙы, уйынсыларҙы, тренерҙарҙы, судьяларҙы, команда етәкселәрен һәм КМС билдәләүгә һәм тамамланған миҙгелде йомғаҡлауға бағышлана. Иң престиж кубок — Гагарин кубогы, ул Гагарин кубогы плей-оффы тамамланыуы менән еңеүсегә бирелә. Даими миҙгелдә иң күп мәрәй йыйған команда Континент кубогын еңә. Плей-оффҡа эләкмәгән командалар үҙ-ара Өмөт кубогы өсөн уйнайҙар. Шулай уҡ даими миҙгелдә уйынсыларҙың статистикаһы нигеҙендә уларға күп төрлө бүләк бирелә. Даими беренселектең бүләктәренә өҫтәүенә плей-офф һәм бөтә миҙгел һөҙөмтәләре буйынса трофейҙар бирелә. Улар араһында ике хоккейсыға чемпионаттың иң тиҙ һәм иң һуң керетелгән голдары өсөн бирелгән «Секунда» призы; Алексей Черепанов исемендәге трофей — бөтә уйынсылар араһында тәүге тулы миҙгел уйнаған иң яҡшы хоккейсыға; «Алтын сәкән» призы — даими чемпионаттың иң яҡшы уйынсыһына; «Плей-офф оҫтаһы» призы — плей-офф иң яҡшы уйынсыһына. Тағы ла Континенталь Хоккей Лигаһы клубтарының иң яҡшы етәксеһе Валентин Сыч исемендә приз ала. Командаларҙан һәм клуб етәкселәренән башҡа, Лига иң яҡшы судьяны һайлай һәм уны махсус трофей менән бүләкләй.

КХЛ халыҡ-ара турнирҙарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КХЛ командалары ҙур халыҡ-ара хоккей турнирҙарында ла ҡатнаша.

Йыл һайын бер-нисә саҡырылған КХЛ клубтары Шпенглер кубогында ҡатнаша.

йыл клуб һөҙөмтә
2008 Динамо М Еңеүсе
2009 Динамо Мн Еңеүсе
2010 СКА Еңеүсе
Спартак Сирекфинал
2011 Динамо Р Финалсы
2012 Салауат Юлаев Сирекфинал
2013 ЦСКА Финалсы
2014 Салауат Юлаев Финалсы
Йокерит Сирекфинал
Медвешчак
2015 Автомобилист Сирекфинал
Йокерит
2016 Автомобилист Сирекфинал
Динамо Мн Ярымфинал
2017 Динамо Р Сирекфинал
2018 Металлург Мг Сирекфинал
2019 Салауат Юлаев

Континенталь кубок

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике тапҡыр КХЛ клубы Континенталь кубогында ҡатнаша.

Йыл Команда Һөҙөмтә
2013 Донбасс Еңеүсе
2014 Донбасс 2 урын

Чемпиондар лигаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КХЛ клубтары чемпиондар лигаһының берҙән-бер ярышында ҡатнаша. 2014 йылда старт алған яңы Хоккей чемпиондар лигаһында КХЛ клубтары ҡатнашмай.

Йыл Команда Һөҙөмтә
2008/09 Металлург Мг Финалсы
Салауат Юлаев Ярымфинал

Телевизион трансляциялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйындарҙың трансляцияларына хоҡуҡтарына БДБ, Балтия, АҠШ һәм Канада илдәрендә күрһәткән КХЛ каналы эйә. Шулай уҡ ҡайһы бер уйындарҙы ҡатнашыусы илдәрҙең федераль каналдары һәм Рәсәйҙең региональ партнёрҙары күрһәтә. Федераль каналдар араһында уйындарҙы күрһәтә: Матч ТВ (Рәсәй), Беларусь-5 (Белоруссия), LTV7 (Латвия), 7 канал (Ҡаҙағстан).
Шулай уҡ КХЛ көн һайын лиганың интернет сайтынан тура трансляциялар ойоштора. Түләүле (шулай уҡ HD форматында) һәм түләүһеҙ трансляциялар YouTube Лиганың рәсми каналында. Дөйөм алғанда, КХЛ уйындарын 32 илдә ҡарайҙар[19].

YouTube-та КХЛ каналы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КХЛ дүртенсе миҙгеленән башлап YouTube популяр видеохостингта лиганың каналы эшләй башлай.
Каналдың эсенә инә:

  • КХЛ-ТВ каналында тапшырыуҙар архивы
  • КХЛ уйындары күҙәтеүҙәре, иң яҡшы голдар, сейвтар, уйындар моменттары.
  • Аҙнаның иң яҡшы голдары, сейвтары һәм көс алымдары.
  • КХЛ үткән уйындарының видео архивтары.
  • КХЛ яҡшы уйындарының түләүһеҙ тура трансляциялары.

КХЛ спонсорҙары һәм партнёрҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СОГАЗ

2008 йылдан башлап КХЛ Чемпионатының генераль партнёры һәм страховкалаған компанияһы.

  • МегаФон

2008 йылдан башлап КХЛ Чемпионатының партнёры.

  • ERIELL Халыҡ-ара сервис төркөмө

2012 йылдан башлап КХЛ партнёры.

  • MasterCard

2015 йылдан башлап КХЛ рәсми партнеры.

  • Ростелеком

2015 йылдан башлап КХЛ чемпионатының партнёры.

  • Haier

2015 йылдан башлап КХЛ Чемпионатының партнёры.

  • Hankook

2017 йылдан башлап КХЛ Чемпионатының партнёры.

  • ФОНБЕТ

2017 йылдан башлап КХЛ Чемпионатының партнёры.

  • Durex

2018 йылдан башлап КХЛ Чемпионатының партнёры.

Телевизион контракттарҙан башҡа, боҙ майҙансығында һәм унан ситтә үҙҙәренең тауарҙарын ҡулланыу өсөн тәҡдим иткән күпселек компаниялар һәм ойошмалар менән бергә КХЛ эшләй.

Киңәйеү перспективалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КХЛ етәкселеге һүҙҙәре буйынса Лигаға Көнсығыштан да, Көнбайыштан да яңы клубтар керә ала. Ҡытай менән Ҡаҙағстандан икенсе һәм Япония менән Көньяҡ Кореянан яңы клубтар инеүе ихтимал. 2018 йылда Франция клубтары менән әңгәмәләр алып барыла, был йә Париждан, йә Марсельдән клуб була ала. Шулай уҡ Германиянан, Эстониянан һәм Бөйөк Британиянан клубтар өҫтәлеүе мөмкин.

2019/2020 йылдар миҙгеленән алып КХЛ-да Санкт-Петербургтан яңы команда килеп сығыуы көтөлә.

КХЛ клубтары маскоттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Команда Маскот
Авангард Ябай ҡарсыға һәм ҡарсыға-трансформер
Автомобилист Автик исемле мышы
Адмирал Капитан Врунгель һәм бесәй Матроска
Аҡ Барс Барыҫ
Амур Юлбарыҫ
Барыҫ Барыҫ
Витязь Святогор исемле баһадир
Динамо М Бүре
Динамо Мн Зубр һәм Динамомен
Динамо Р Хоккейсы
Йокерит Джокер
Куньлунь Ред Стар Аждаhа
Локомотив Мишка исемле айыу
Металлург Мг Тимоша исемле төлкө
Нефтехимик Каучонок һәм Бүре
Салауат Юлаев Салауат һәм Юлай исемле һыуһарҙар
Себер Ҡар бабай
Северсталь Сева исемле һеләүһен
СКА Ат-ут
Слован Харви исемле диңгеҙ бөркөтө
Спартак Гладиатор
Сочи Леопард
Торпедо Торрик һәм Виктория исемле боландар
Трактор Аҡ айыу
ЦСКА Ат
  • Инглиз телендә лиганың исеме Kontinental тип атала. Был башҡа лигалар менән буталмаһын өсөн эшләнәндәр. Аббревиатуралары ла бер үк була.
  • Илья Проскуряков, Эдгарс Масальскис һәм Виталий Еремеев гол кереткән ҡапҡасылар.
  • 2019 йылға тиклем Континент кубогын еңгән команда шул миҙгелдә Гагарин кубогын еңә алмай. Мәскәүҙән ЦСКА — ике трофейҙы ла бер миҙгелдә еңгән тәүге һәм берҙән-бер команда.
  • 2009/2010 йылдар миҙгелендә бөтә 15 плей-офф серияларында кем тәүге уйында еңә, шул бөтә серияны ла еңә.
  • 2018 йылдың 22 мартында Көнбайыш конференцияһының ярымфиналының ЦСКА менән «Йокерит» серияның бишенсе уйыны дөйөм алғанда 142 минут һәм 9 секунд дауам итә — был КХЛ-дың яңы рекорды. Шулай уҡ «Йокерит» ҡапҡасыһы Карри Рямё 83 тапҡыр уның ҡапҡаһына һуғыуҙарҙы кире ҡайтара һәм был күрһәткес буйынса яңы КХЛ рекордын ҡуя[20].
  • КХЛ командаһының даими чемпионатта иң оҙон еңеү серияһы 18 уйынға тиң була. Был һанға 2010/2011 йылдар миҙгелендә омскиҙың «Авангард» хоккей клубы етә.
  • 2010/2011 миҙгелдә омскиҙың «Авангард» хоккей клубының ҡапҡасыһы Карри Рамо 33 уйынды еңә, ә был һан рекордҡа тиң.
  • 2010 йылда «Салауат Юлаев» — «Югра» уйынында Александр Радулов уйындың 6-сы секундында шайбаны ҡапҡаға индерә[21]. Был 2017 йылғы тиклем иң тиҙ гол тип һанала. 2017 йылдың 10 декабрендә шул уҡ «Өфө-Арена» боҙында «Локомотив» һаҡсыһы Александр Елесин бишенсе секундта гол керетә[22].
  • 2011 йылдың декабрендә «Трактор» хоккей клубының һаҡсыһы Александр Рязанцев КХЛ тарихында тәүге һаҡсы була, кем ете уйын дауамында гол керетә[23][24].
  • «Барыҫ» хоккей клубының һаҡсыһы Кевин Даллмэн КХЛ тәүге миҙгелендә һаҡсы-бомбардирҙар араһында Вячеслав Фетисовтың рекордын уҙа (1983/84 миҙгелдә Фетисов 19 шайба керетә һәм 30 пас бирә); Даллмэн 28 шайба керетә һәм 31 пас бирә (шулай уҡ Олег Пигановичтың һаҡсы-снайперҙар араһындағы рекордты уҙа — 22 шайба «Трактор») өсөн.
  • 2015 йылдың 5 октябрендә «Локомотив» ҡапҡасыһы Алексей Мурыгин «ҡоро серия» оҙонлоғо буйынса Лиганың яңы рекордын ҡуя[25]. Уның рекорды 302 минутта 11 секундҡа тиң була. 25 декабрҙә ул миҙгелдә 10-сы тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдырып, КХЛ рекордын ҡуя, ә ике көндән рекордты 11 һанына тиклем ҙурайта[26][27].
  • 2015/2016 йылдар миҙгеленең октябрендә «Динамо» Р — «Локомотив» уйыны 2:2 иҫәбе менән тамамлана һәм командалар иң оҙон буллит серияһын ойошторалар: командалар 18-шәр тапҡыр буллит һуғалар. Тимәк клубтар 36 буллит яһай. «Динамо» еңә, хәл иткес голды Джастин Шагг керетә.
  • Данис Зарипов үткәрелгән 11 миҙгелдең яртыһында төп трофейҙы — Гагарин кубогын еңә.
  • 2018 йылдың 22 декабрендә Санкт-Петербургта Газпром Аренала СКА менән ЦСКА араһында уйынға 67 770 кеше килә — был КХЛ-дың бер уйынына килгән тамашасылар һаны буйынса яңы рекорд.
  1. Рәсәй хоккей командалары «Фетисов лигаһында» уйнарға рөхсәт бирҙеләр. Лента.Ру (18 октябрь 2005). Дата обращения: 26 октябрь 2013.
  2. Клубы суперлиги подписали декларацию о создании Евро-Азиатской хоккейной лиги. NEWSru.com (25 октябрь 2005). Дата обращения: 26 октябрь 2013.
  3. Дмитрий Пономаренко. ЕАХЛ: как это будет. Советский Спорт (27 октябрь 2005). Дата обращения: 26 октябрь 2013.
  4. Елена Вайцеховская. Обломки «Красной машины». Спорт-Экспресс (27 май 2007). Дата обращения: 26 октябрь 2013.
  5. Роман Лендел; Ярослав Коробатов.: Расписание матчей «Авангарда» в КХЛ. Комсомольская Правда (9 сентябрь 2008). Дата обращения: 26 октябрь 2013.
  6. Будущий участник КХЛ финский «Йокерит» ведет переговоры со шведским нападающим Умарком. ИТАР-ТАСС (20 март 2014). Дата обращения: 19 март 2014. Архивировано 21 март 2014 года.
  7. Совет директоров КХЛ одобрил вступление в число членов Лиги ХК «Красная Звезда Куньлунь»
  8. Концепция развития КХЛ. Коротко
  9. «Слован» отказался от участия в следующем сезоне КХЛ
  10. КХЛ йондоҙҙар уйындарының иң яҡшы бомбардирҙары
  11. КХЛ йондоҙҙар уйынының иң яҡшы бомбардиры
  12. Условия драфта расширения ХК Владивостока(недоступная ссылка)
  13. На совещании руководителей клубов КХЛ предложили вернуть драфт(недоступная ссылка)
  14. «Кубок Континента» — награда победителю регулярного чемпионата
  15. 15,0 15,1 Новые трофеи Лиги
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 Структура и сроки проведения матчей второго этапа Чемпионата Континентальной хоккейной лиги — Открытого Чемпионата России по хоккею сезона 2011—2012 годов
  17. Спортивный регламент КХЛ. Сезоны 2011/2012, 2012/2013, 2013/2014 (новая редакция)
  18. Календарь Чемпионата Континентальной хоккейной лиги — Чемпионата России по хоккею с назначением судей и инспекторов на период с 11 по 13 марта 2013 года
  19. Матчи КХЛ транслируются в 32 странах
  20. Иң оҙон уйын!
  21. Голы Малкина и Радулова на 7 секунде(недоступная ссылка)
  22. КХЛ тарихында иң тиҙ шайба
  23. Александр Рязанцев стал первым защитником в истории КХЛ, забившим в семи матчах подряд 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
  24. Рязанцев стал первым защитником, забившим в 7 матчах подряд 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
  25. Мурыгин установил рекорд КХЛ по продолжительности сухой серии
  26. Мурыгин установил рекорд КХЛ, оформив 10-й шатаут в сезоне
  27. «Локомотив» – «Сибирь». Мурыгин провел 11-й сухой матч в сезоне и улучшил рекорд КХЛ