Азия хоккей лигаһы
Азия хоккей лигаһы | |
АХЛ 2015/2016 йылдар миҙгелендә | |
Шайбалы хоккей | |
Нигеҙләнгән: | |
---|---|
Илдәр: | |
Регион: | |
Ваҡыт: |
һәр йыл |
Командалар һаны: |
9 |
Ғәмәлдәге еңеүсе: | |
Титулдарҙың иң ҙур һаны: | |
Рәсми сайт: |
http://www.alhockey.com/ |
Азия хоккей лигаһы (АХЛ) — Рәсәй, Көньяҡ Корея, Ҡытай һәм Япониянан туғыҙ команда ҡатнашҡан хоккей чемпионатын ойошторған берләшмә. Лиганың штаб-квартираһы Японияла урынлашҡан. Һәр йыл плей-офф бөткәс, еңеүсе махсус трофей менән бүләкләнә[1].
Лига 2003 йылда Японияла хоккейға ҡарата ҡыҙыҡһыныу юғала барыуы[2] һәм Кореяла хоккей лига төҙөү сәбәпле ойошторола[3]. Уның маҡсаты — хоккейҙы һәм уйынсыларҙың сифаттарын үҫтереү[4]. Лига иң тәүҙә ике илдәге биш команданан тора. Ул дүрт илгә (2004-05 миҙгел) һәм туғыҙ командаға тиклем ҙурая (2005-06) һәм 2013-14 йылдар миҙгелендә өс илдән һигеҙ команданан тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003—2004
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лига 2003 йылда Корея хоккей лигаһы тарҡалғас һәм Япония лигаһы эшен туҡтатҡас барлыҡҡа килә. Лиганың төп маҡсаты — Азияла хоккейҙы популләштереү, ошо регионда спорт төрөнөң һәм уйынсыларҙың кимәлен үҫтереү һәм Азия илдәренең йыйылма командаларын көслөрәк итеү[4]. Тәүге миҙгелдә 5 команда ҡатнаша: дүртәү Япониянан һәм берәү Көньяҡ Кореянан. Командалар бер-береһе менән дүртешәр уйын үткәрә һәм даими миҙгел аҙағында чемпионды билдәләйҙәр. Плей-офф уйындары үткәрелмәй. Тәүге миҙгелдең чемпионы исемен «Ниппон Пэйпер Крэйнс» командаһы 39 мәрәй йыйып яулай. Джоэль Прик «Сэйбу Принс Рэббитс» командаһынан 33 (8+25) мәрәй йыйып, иң күп һөҙөмтәле пас биргән һәм иң күп мәрәй йыйған исемғә лайыҡ була. «Ниппон Пэйпер Крэйнс» командаһынан Райан Харуо Кувабара 15 гол керетеп турнирҙың иң мәргән уйынсы исемен яулай[5].
2004—2005
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004/05 миҙгеле Лига өсөн тәүге тулы миҙгел була, ҡайһылар был чемпионатты тәүге, тип һанай[6]. Миҙгел башланыр алдынан Милли хоккей лишаһы Ҡытайҙа хоккейҙы үҫтереү спорт программаһына ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә[7]. Үткән миҙгелдә ҡатнашҡан 5 командаға Хабаровсктан «Голден Амур», Харбиндан «Чанчунь Фуао» һәм Цицикарҙан «Хоса» командалары өҫтәлә. Чемпион титулы исемен «Кокудо» хоккей клубы яулай: ул тәүге миҙгел чемпионы «Ниппон Пэйпер Крэйнс» командаһын финалда 3:1 серия иҫәбе менән еңә[8].
2005—2006
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2005/06 миҙгел башланыр алдынан Лига составынан финанс яҡтан ҡыйынлыҡтар булыуы сәбәпле «Голден Амур» сыға. Ә, киреһенсә, чемпионатҡа «Нордик Викингс» һәм «Кангвон Лэнд» командалары ҡушылалар. «Анъян Халла Виниа» командаһы исемен «Анян Халла» тип үҙгәртә. Чемпионаттың финалында үткән миҙгелдең финалистары осраша, һәм шул уҡ «Кокудо» икенсегә чемпион була[9].
2006—2007
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Нордик Викингс» был миҙгелдә финанс ҡыйынлыҡтары булғанға күрә ҡатнашмай[10]. «Харбин» Пекинға күсә һәм «Хоса» тигәнгә исемен алмаштыра. «Цицикар» үҙенә яңы бағыусыларҙы таба һәм «Чанчунь Фуао» тип исемен үҙгәртә. «Кокудо» хоккей клубы ла исемен үҙгәртә: шул ваҡыттан башлап ул «Сэйбу Принс Рэббитс» тип атала. «Ниппон Пэйпер Крэйнс» финалда «Сэйбу Принс Рэббитс» командаһын дүрт уйында еңеп, чемпион титулын яулай[11].
2007—2008
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Хоса» һәм «Чанчунь Фуао» командалары «Чайна Шаркс» исемле хоккей клубына берләшәләр[12][13]. «Кангвон Лэнд» исемен «Хай1» тигәнгә алмаштыра[14]. Был миҙгелдә ете команда ҡатнаша һәм һәр бер команда 30 уйын үткәрә. Чемпионаттың финалында «Одзи Пэйпер» ""
Командалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015/2016 миҙгел командалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Команда | Ҡала | Ил | Нигеҙләнеү йылы | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
Тохоку Фри Блэйдс | Хатинохе | Япония | 2008 | |
Чайна Дрэгон | Шанхай | Ҡытай | 2007 | 2007 йылда Hosa һәм Changchun Fuao ҡушылыуы менән барлыҡҡа килә |
Никко Айс Бакс | Никко | Япония | 2003 | Никко Кобе Айс Бакс (2005-07) кеүек билдәле була |
Ниппон Пэйпер Крэйнс | Кусиро | Япония | 2003 | |
Оджи Иглс | Томакомай | Япония | 2003 | |
Анян Халла | Анян | Көньяҡ Корея | 2003 | Анъян Халла Виниа (2003-05) кеүек билдәле була |
Хай1 | Чхунчхон | Көньяҡ Корея | 2005 | Кангвон Лэнд (2005-07) кеүек билдәле була |
Деймунг Сангму | Сеул | Көньяҡ Корея | 2013 | |
Сахалин | Южно-Сахалинск | Рәсәй | 2014 |
Элек ҡатнашҡандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Команда | Ҡала | Ил | Ҡатнашыу йылдары | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
Сэйбу Принс Рэббитс | Ниси-Токио | Япония | 2003-08 | ХК Кокудо (2003-06) кеүек билдәле була |
Голден Амур | Хабаровск | Рәсәй | 2004-05 | Бер миҙгелдә ҡатнаша |
Нордик Викингс | Пекин | Ҡытай | 2004-05 | Бер миҙгелдә ҡатнаша |
Чанчунь Фуао | Чанчунь | Ҡытай | 2004-06 | Хоса командаһы менән бергә Чайна Шаркс составына керә Первоначально выступал за Цицикар |
Хоса | Пекин | Китай | 2004-06 | Чанчунь Фуао командаһы менән бергә Чайна Шаркс составына керә Тәүҙе Харбин өсөн сығыш яһай |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Nippon Paper Cranes defeats SEIBU and becomes the Asian Champion!! Alhockey.com. Asia League Ice Hockey (30 март 2007). Дата обращения: 10 декабрь 2009.(недоступная ссылка)
- ↑ Ritomo Tsunashima. Far East baseball league would attract fans . Herald Asahi (10 август 2004). Дата обращения: 9 декабрь 2009.
- ↑ Team History . Anyanghalla.com. Дата обращения: 19 сентябрь 2010. 2015 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 The league we will build . Alhockey.com. Asia League Ice Hockey. Дата обращения: 21 февраль 2010. Архивировано 24 ғинуар 2008 года. 2008 йыл 24 ғинуар архивланған.
- ↑ 2003–2004 Point Ranking . Alhockey.com. Asia League Ice Hockey. Дата обращения: 9 декабрь 2009.
- ↑ Elaine Kurtenbach. Asia League ice hockey to start in Japan, China . The America's Intelligence Wire (26 август 2004). Дата обращения: 9 декабрь 2009.
- ↑ Asian pro hockey league planned; NHL coming to China . Europe Intelligence Wire (10 март 2004). Дата обращения: 9 декабрь 2009.
- ↑ 2004–2005 Playoff Standings . Alhockey.com. Asia League Ice Hockey. Дата обращения: 9 декабрь 2009.
- ↑ 2005–2006 Playoff Standings . Alhockey.com. Asia League Ice Hockey. Дата обращения: 9 декабрь 2009.
- ↑ Petter Brunnberg. Svensk hockey ska öppna dörrar i Kina . Realtid.se (27 апрель 2006). Дата обращения: 9 декабрь 2009. 2012 йыл 13 март архивланған.
- ↑ 2006–2007 Playoff Standings . Alhockey.com. Asia League Ice Hockey. Дата обращения: 9 декабрь 2009.
- ↑ China Sharks . Alhockey.com. Asia League Ice Hockey. Дата обращения: 9 декабрь 2009. Архивировано 2 декабрь 2007 года. 2009 йыл 15 май архивланған.
- ↑ Bill Meltzer. San Jose strengthens ties to China Sharks . NHL.com (20 август 2008). Дата обращения: 9 декабрь 2009. Архивировано 10 ғинуар 2010 года.
- ↑ High1 . Alhockey.com. Asia League Ice Hockey. Дата обращения: 9 декабрь 2009. Архивировано 2 декабрь 2007 года. 2009 йыл 15 май архивланған.